Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
19 Февраль 2023, 11:18

ОРЛОҠТАРҘЫ НИСЕК СЫНЫҠТЫРЫРҒА?

Иң еңеле — көҙҙән үк сәсеп ҡалдырыу.

ОРЛОҠТАРҘЫ НИСЕК СЫНЫҠТЫРЫРҒА?
ОРЛОҠТАРҘЫ НИСЕК СЫНЫҠТЫРЫРҒА?

√ Иң еңеле — көҙҙән үк сәсеп ҡалдырыу. Билгеле, бының өсөн ике тапҡыр күберәк орлоҡ кәрәк, сөнки барыһы ла тишелмәйәсәк, уның ҡарауы табиғи рәүештә сынығып, ныҡ буласаҡтар.

Орлоҡтарҙы һыуытҡыста, ҡышын урамда, ҡар аҫтында сыныҡтыра алаһығыҙ.

√ Һыуытҡыста сыныктырыу. Ҡапҡаслы пластик һауыт алырға. Орлоҡтарҙы дымлы грунтҡа (гидрогель, кокос субстракты, черемә һ.б.) сәсеп, һыуытҡыстың аҫҡы кәштәһенә ҡуярға.

√ Ҡарҙа сыныҡтырыу. Ҡапҡаслы пластик һауыт алырға, бының өсөн пенопласт һауыттар уңайлы. Унда дренаж тишекләре яһарға. Орлоҡтарҙы дымлы грунт менән аралаштырып, ҡарға күмәргә. Урынын билдәләп ҡуярға. Яҙға табан һауытты ҡарҙан ҡаҙып алырға кәрәк, орлыҡтарҙың әкренләп шыта башлауын күрерһегеҙ.

 

Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.

Автор:
Читайте нас: