Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
19 Февраль 2023, 11:12

Лавр япрағы ярҙамға килер

Юғары ҡан баҫымынан, йүткереүҙән, шешенеүҙән, артыҡ ауырлыҡтан йонсойһоңмо? Дәфнәнән (лавр япрағы) сәй һәм сироп әҙерләү рецебы - яҙмала.

Лавр япрағы ярҙамға килер
Лавр япрағы ярҙамға килер

Бигерәк тә юғары ҡан баҫымын, ҡандағы шәкәр күләмен төшөрөү, йүткереүҙән, шешенеүҙән, артыҡ ауырлыҡтан ҡотолоу өсөн был тәмләткес япраҡты уңышлы һәм һөҙөмтәле ҡулланалар.


Сәй әҙерләү өсөн өс лавр япрағы һәм бер литр ҡайнар һыу алына. Япраҡҡа бер литр ҡайнар һыу ҡойоп, һауыттың өҫтөн ҡаплап, ун минут ултыртып торорға. Сәйҙе көн дауамында өс-дүрт тапҡыр эсергә кәрәк. Дауаланыу ваҡыты - өс аҙна. Артығын ҡулланған осраҡта ашҡаҙан елһенә, йоҡо баҫа. Ә ауырлы һәм бала имеҙгән ҡатындарға был сәйҙе бөтөнләй эсергә ярамай.

Сироп өсөн иһә 150 миллилитр һыу, алты бөртөк лавр япрағы, алты ҡалаҡ һоро шәкәр йәки бал, бер лимон кәрәк. Ҡайнар һыуға лавр япрағын һалып, һауыттың ҡапҡасын япҡан көйө алты минуттай ҡайнатып алырға һәм һыуытырға. Лавр япрағын алып ташлап, төнәтмәне быяла банкаға ҡойорға ла шәкәр ҡомо йәки бал, бер лимондың һутын һығып, барыһын бергә яҡшылап болғатырға. Сиропты көнөнә өс-биш тапҡыр берәр ҡалаҡлап ҡына эсергә. Төнәтмә һыуытҡыста өс-дүрт көн һаҡлана ала.

Дауаланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

 

Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.

Автор:
Читайте нас: