Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
19 Февраль 2023, 16:02

Кипкән ҡороттоң файҙаһы ҙур

-

Кипкән ҡороттоң файҙаһы ҙур
Кипкән ҡороттоң файҙаһы ҙур

Кипкән ҡоротто бала-сағаның ауыҙ эсе боҙолғанда имергә бирәләр. Ул ҡутыр кеүек яраларҙы ла тиҙ дауалай. Ә яңы тыуған баланың кендеге уңалмай йонсоһа, шыйыҡ ҡоротто һөртөргә кәңәш иткәндәр. Һимеҙ итте күпләп ашаған, тоҙлоҡло һурпа эскән башҡорт халҡын холестериндан тап ошо ҡорот ҡотҡарған да инде. Баҡһаң, ҡороттағы ферменттар итте эшкәрткәндәге бүленеп сыҡҡан организм өсөн ағыулы булған матдәләрҙе нейтралләштерә икән. Һимеҙ ит шулай итеп ҡорот арҡаһында еңелерәк үҙләштерелә. Ҡоротто кәнфит урынына һурып, имеп йөрөгән монгол халҡының тештәре ап-аҡ сәләмәт. Был ҡороттоң кальцийға бай булыуына бәйле.

Автор:Гузель Салихова.
Автор:
Читайте нас: