Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
15 Февраль 2023, 17:07

Йәшел тәмләткестәр нимәһе менән файҙалы?

-

Йәшел тәмләткестәр нимәһе менән файҙалы?
Йәшел тәмләткестәр нимәһе менән файҙалы?

 Йәшел һуған. Иммунитетты күтәрә, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм репродуктив системаны нығыта.  Цинкка, кальцийға һәм фосфорға бай, шуның менән һөйәктәр өсөн айырыуса файҙалы.

Салат япрағы. Ҡан составын, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, аш эшкәртеүҙе әүҙемләштерә, нервы системаһын тынысландыра, ҡан баҫымын төшөрә һәм организмдан насар холестеринды сығарырға булышлыҡ итә. Ябығыу өсөн бик яҡшы.

Сельдерей. Ҡартайыу процесын тотҡарлай, матдәләр алмашыныуын яҡшырта,  артыҡ кәүҙә ауырлығы менән көрәшергә ярҙам итә. Сельдерей тамыры кальцийға, магнийға, калийға, цинкка һәм тимергә бай. Ә япраҡтары – С витаминына, каротинға, кальций һәм фосфор тоҙҙарына

Петрушка. Кальцийға бай булып сәбәпле, петрушка  йөрәк һәм бәүел ҡыуыу юлдары ауырыуғһарынан файҙалы. Сөнки калий  организмдан артыҡ һыуҙы һәм натрийҙы сығарырға булышлыҡ итә.

 
 
 
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
 
 
Автор:
Читайте нас: