Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
5 Февраль 2023, 17:34

Әгәр йоҡлай алмаһаң...

Был ҡушылма төрлө сирҙәрҙән арындырыр, йоҡоно ла яйға һалыр.

Әгәр йоҡлай алмаһаң...
Әгәр йоҡлай алмаһаң...

Алына:

200 грамм грек сәтләүеге,
100 грамм кипкән петрушка үләне,
100 грамм ҡырылған имбир тамыры,
200 грамм йөҙөм,
200 грамм шыйыҡ бал.

Был аҙыҡтарҙың барыһын бергә блендерҙа ваҡларға ла бал ҡушып болғатырға.

Әҙер ҡушылманы иртән ас ҡарынға ике балғалаҡ ҡына ашарға кәрәк. Дауаланыу ваҡыты - ике-өс аҙна, шул сама ялдан һуң ҡабатларға була.

Ыңғай һөҙөмтәһе тиҙ күренә: аппетит асыла, йоҡо яйға һалына, эшләү һәләте, кәйеф күтәрелә. Тиренең, сәстең, тырнаҡтың торошо күҙгә күренеп яҡшыра. Артыҡ ауырлыҡтан да яйлап арындырасаҡ.

 

Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.

Автор:
Читайте нас: