ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
29 Декабрь 2022, 10:27

"Ҡуянҡай" торты

Бисквит өсөн 4 йомортҡа, 150 грамм шәкәр, 1 аш ҡалағы ваниль шәкәр, 4 аш ҡалағы һыу, ярты сәй ҡалағы ҡамыр күперткес, 180 грамм он кәрәк буласаҡ.

"Ҡуянҡай" торты"Ҡуянҡай" торты
"Ҡуянҡай" торты

Барлыҡ ингредиенттар һыуыҡ булмаҫҡа тейеш. Бисквит йомшаҡ булып, ҡабарып беш­һен өсөн он менән ҡамыр күперткесте бергә ҡушып иләргә кәрәк.
Йомортҡаның ағын һарыһынан айырып, ике һауытҡа һалабыҙ.
Ағына шәкәр ҡушып, миксер менән ҡаты масса барлыҡҡа килгәнсе болғатабыҙ. Ул һауытты түңкәрһәң дә төшөп китмәҫкә тейеш.
Йомортҡа һарыһына ла шәкәр, ваниль шәкәре, һыу ҡушып болғатабыҙ. Шунан икәүһен берләштереп, иләнгән ондо ҡушабыҙ. Ҡуйы ғына ҡамыр килеп сыға.
Уны пергамент ҡағыҙы йәйелгән табаға ҡойоп, 180 градуслы эҫелектәге духовкала 30 – 35 минут бешереп алабыҙ.
Бисквит һыуынғас, ике йәки өс корж киҫеп, уларҙан һүрәттәге һымаҡ ҡуян башы формаһын әҙерләйбеҙ.
Крем яһауы еп-еңел. 250 грамм 33 процентлы ҡуйылыҡтағы һөт өҫтөн миксер ярҙамында болғатабыҙ, әкренләп шәкәр пудраһы өҫтәп барабыҙ. Тәмле генә крем килеп сыға.
Һәр ҡат араһына крем һылап, тортты йыйғандан һуң, иң өҫкө ҡатҡа кокос онтағын һибәбеҙ.
Хәҙер инде тортты ҡуянға оҡшатып биҙәргә генә ҡала. Күҙе, ҡолағы, танауы, ауыҙы өсөн емеш-еләк ҡулланырға була. Йәиһә быны ҡалған кремға аҙыҡ-түлек өсөн ҡулланылған буяу ҡушып, эшләй алаһығыҙ.
«Ҡуянҡай» торты йыл хужаһы булараҡ Яңы йыл табынына йәм өҫтәр.

Автор:Юлиә Кирәева.
 
https://yanshishma.com/articles/ash-yu-ser-re/2022-12-29/uyan-ay-torty-3090018
Автор:
Читайте нас