ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
26 Декабрь 2022, 07:13

Тамаҡ шешһә йә йүткертһә...

Тамаҡ төбө ҡысыта йә булмаһа аҙыҡты йотоу ҡыйынлаша башлаһа, шешһә, түбәндәге ысулды ҡулланып ҡарағыҙ – файҙаһы теймәй ҡалмаҫ.

Тамаҡ шешһә йә йүткертһә...Тамаҡ шешһә йә йүткертһә...
Тамаҡ шешһә йә йүткертһә...

Бер стакан (быяла!) ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән ҡыҙыл сей сөгөлдөргә бер ҡалаҡ 9 процентлы һеркә өҫтәйбеҙ. Ҡушылманың өҫтөн ҡаплап, дүрт сәғәткә ҡараңғы урынға ҡуйып торабыҙ. Тәғәйен ваҡыт үткәс, бер нисә ҡат марля аша һөҙөп, төпрәһен ташлайбыҙ, ә һуты менән 2,5 сәғәт һайын тамаҡты сайҡатып торабыҙ. Сөгөлдөр хроник һәм фолликуляр ангинаны уңышлы дауалай.

👆Теңкәгә тейгән йүткереүҙән нисек ҡотолорға була? Бәләкәйерәк кәстрүлгә бер стакан һыу ҡойоп ҡайнатырға ла, ваҡлап туралған алты теш һарымһаҡ һалып, ҡапҡасты ябып, талғын утта тағы бер аҙ – 5 минуттай – тоторға. Шунан кәстрүлде плитәнән ситкә алып, һыуына бер балғалаҡ аш содаһы өҫтәргә. Тиҙ генә баш аша ҡалын таҫтамал йә бүтән әйбер менән ҡапланып, шуның эҫе быуын һуларға: ике-өс тапҡыр танау менән тәрән тын алабыҙ һәм уны ауыҙҙан сығарабыҙ. Боҫтоң бөркөлөүе бөткәнсе шулай тын алып торабыҙ. Аҙағынан битте һөртөп, уранып ятып торорға кәрәк.

 

Сығанаҡ: "Атайсал" гәзите.

https://vk.com/ataysalgazeta

Автор:
Читайте нас