Танау тонһа... Табала 5 аш ҡалағы тоҙҙо ҡыҙҙырып, ойоҡбаш эсенә тултырығыҙ һәм ипләп кенә танау өҫтөнә һалығыҙ. Һаҡ ҡыланығыҙ: бешеп ҡуймағыҙ.
Тамаҡ ныҡ ауыртамы? Ҡайнап бер аҙ һыуынған һыуға берәр балғалаҡ тоҙ менән сода, бер-ике тамсы йод тамыҙығыҙ. Ошо шыйыҡса менән тамағығыҙҙы мәле менән сайҡатып тороғоҙ!
Һуған һуты. Бындай ауырыуҙа ул ныҡ ярҙам итә. Был һут менән тымауҙы ла, ҡолаҡ һыҙлауын да дауалап була. Икеһендә лә 1-2 тамсы тамыҙыр кәрәк булыр.Һау-сәләмәт булығыҙ! Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!



