
Күлдәк һәм итәктәр
Байрам өсөн иң нәзәкәтле образ – әлбиттә, күлдәк һәм итәк. Плиссировкалы, драпировка менән итәктәр, ассиметрик, бәрхәт туҡыманан тегелгән күлдәктәр быйыл бик актуаль. Уларҙың итәк йәки ҡул остары бахрома йәки ҡауырһын менән биҙәлгән булһа, был Яңы йыл кисәһенә иң яҡшы вариант.
Комбинезон
Алыҫ 70-селәрҙә комбинезондар эш кейеме булараҡ һаналһа, хәҙер был кейемде мода артынан күҙәтеп барыусылар ҡыйыу рәүештә һайлай ала. Мамыҡ кизе тауарҙан киң салбарлы комбинезондарға йәки пайеткалар менән биҙәлгәндәренә өҫтөнлөк бирергә була.
Салбар
Әгәр күлдәк кейергә теләгегеҙ булмаһа, Яңы йыл кисәһенә ышаныслы рәүештә “casual”стилендәге киң салбарҙарҙы классик өҫ менән кейергә мөмкин. Шулай уҡ клеш, палацо йәки колюты стилендәге салбар кейергә мөмкин.
Блузкалар
Джинсы йәки классик салбар өҫтөнә пайетка йәки стразалар менән биҙәлгән блузка кейегеҙ. Шулай селтәрле, ҡауырһындар менән биҙәлгән блузкаға өҫтөнлөк бирһәгеҙ, тимәк, һеҙ - иң модалы ҡунаҡ. Онотмағыҙ, кейемдәге ҡауырһын быйылғы йылдың тренды.
Быйыл асыҡ һары, ҡара һоро төҫтәрҙе кеймәҫкә тәҡдим ителә. Шулай уҡ йәнлек тиреләренән тегелгән кейемдәрҙе лә ҡалдырып тороғоҙ.
Хөрмәтле гүзәл заттар, аксессуарҙар тураһында ла онотмайбыҙ, образ тулы булһын өсөн тап уларҙы ҡулланырға кәрәк. Яңы йыл кисендә ынйы менән ҙур алҡалар, алтын йәки көмөш браслеттар һеҙҙе батшабикә итер.
Ҡуҙы
Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарға ҡыҙыл һәм коралл төҫөн һайларға кәңәш ителә.
Буғалар өсөн көмөш, аҡ йәки һөт төҫөндәге төҫтәргә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Уларға аҡһыл зәңгәр төҫтәге аксессуарҙар тап килер.
Игеҙәктәр
Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандар өсөн йыл сағыу үтер. Шуға ла кейемде сағыуҙан һайлағыҙ. Төрлө төҫтәге күлдәктәр, сағыу образдар - һеҙҙең өсөн. Әгәр бер генә төҫкә өҫтөнлөк бирергә теләһәгеҙ, шәмәхә йәки алһыу төҫтө һайлағыҙ.
Ҡыҫала
Ҡыҫалаларҙың быйылғы төҫө – йәшел, зөбәржәт. Образды бер аҙ тулыландырыу өсөн алтын һары һәм ҡыҙғылт һары аксессуарҙар кәрәк.
Арыҫланға ҡыҙғылт һары төҫтәрҙе терракота йәки ҡара менән аралаштырырға мөмкин.
Ҡыҙҙар – ҡыҙыл төҫтөң теләгән сағылышын һайлай ала. Иң мөһиме, зәңгәр төҫтәге аксессуарҙар йәки зәңгәр ҡашлы алҡа тағырға.
Үлсәүҙәргә пудра йәки алһыу-зәңгәр (лиловый) төҫтәрҙе һайларға кәңәш ителә. Уларға өҫтөнлөк бирмәгәндәргә көл һәм ҡара төҫтәге күлдәк тә кейергә мөмкин.
Саян
Көмөш төҫөн аҡ йәки күк менән ҡатнаштырһаң – саяндар өсөн идеал вариант. Ҡышҡы, һалҡын төҫтәр һеҙгә яңы йыл кәйефен тотоп ҡалырға ярҙам итер.
Уҡсылар шәмәхә төҫөнөң бөтә төҫтәрен һайлай ала, өҫтәп алтын алҡа, браслет, сылбыр һәм балдаҡтар йәки һары төҫтәге бижутерия таға ала.
Ылаҡтар өсөн классик образ тәҡдим ителә: аҡ-ҡара гамма. Был образдарҙы күңелһеҙ тип уйламағыҙ, уларҙа ла зауыҡлы күренергә була.
Һыуғояр
Йәшел, йәшкелт-зәңгәрһыу һәм диңгеҙ төҫөндәге әйберҙәр һыуғоярҙар өсөн.
Балыҡ
Төрлө төҫтәрҙәге сағыу принттар – балыҡтарға иҫтә ҡалырлыҡ булырға ярҙам итер. Әгәр тынысыраҡ кейем һайлағығыҙ килһә, күк йә индиго төҫөнә иғтибар итегеҙ.