


Уны әҙерләү өсөн бер банан, бер әфлисун, ике аш ҡалағы етен орлоғо, өс сәй ҡалағы кунжут, 200 миллилитр һыу кәрәк буласаҡ.
Әҙерләү ысулы: емештәрҙе ҡабығынан әрсеп турағыҙ һәм блендерҙа бутҡаға әүерелгәнсе ваҡлағыҙ. Шунан һыу һәм етен орлоғо менән кунжутты өҫтәп болғатығыҙ.
Был файҙалы эсемлек биш минуттан әҙер була. Уны иртәле-кисле эсергә тырышығыҙ. Шулай иткәндә шәкәрле, татлы ризыҡҡа тартылмай башлауығыҙҙы һиҙерһегеҙ, иммунитетығыҙ ҙа күтәрелер. Сөнки эсемлектәге калий, магний һәм башҡа витаминдар һеҙҙе туҡ тотасаҡ, организмдағы артыҡ һыуҙы сығарып, шешенеүҙе лә бөтөрәсәк.
Сығанаҡ һәм фото: hakmar.ru