

Ингредиенттар:
2 йомортҡа
1 ст. шәкәр ҡомо
1 ст. йогурт
ванилин
1 бал ҡалағы сода
1,5 ст. он
джем, ҡуйы ҡайнатма йә иһә ҡуйыртылған һөт(сгущёнка)
Әҙерләү:
1. Беренсе эш итеп духовканы ҡабыҙып ҡуйығыҙ. Уны 300 градуска тиклем йылытырға кәрәк.
2. Йомортҡа, шәкәр ҡомо һәм ванилинды болғатығыҙ. Ошо ҡатнашмаға йогурт, сода өҫтәгеҙ. Әкренләп он ҡуша башлыйыҡ: ҡамыр ҡуйы, тик ағып торорға тейеш.
3. Табаға ҡағыҙ ҡуйып ҡамырҙы тигеҙләп һалығыҙ. Һәм шул килеш духовкаға оҙатабыҙ. Оҙаҡ тотмайбыҙ: ни бары 7-8 минут. Ҡыҙара башлағас алабыҙ.
4. Алғас шул ҡыҙарған яғын йеүеш пленкаға һалығыҙ. Тиҙ-тиҙ сгущенка йәки джем һылап рулет формаһында төрөгөҙ. Шул пленка уратып ҡуйып һыуынырға ҡалдырығыҙ.
5. Табынға рулетты өҫтөнә пудра һибеп бирһәң, матур була.
Сығанаҡ: Файҙалы кәңәштәр.