

Ингредиенттар:
Аҡ май - 180 г
Шәкәр - 150 г
Кишер - 60 г
Он - 250 г
Тоҙ - ярты сәй ҡалағы
Миндаль - 40 г
Аҡ шоколад - 50 г
Әҙерләү: Кишерҙе ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ, шәкәр ҡомо, май, башҡа ҡушылмаларын өҫтәп, ҡамыр баҫабыҙ. Артабан ҡамырҙы 30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Һуңынан ҡамырҙы йәйеп, печенье формаларын ҡырҡабыҙ. Духовкала 180 градуста 20-25 минут бешерергә.
Файҙалы печенье менән сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!