

Аҙыҡтарҙы дөрөҫ яраштырып ҡуллана белеү - сәләмәтлектең нигеҙе. Мәҫәлән, түбәндәгесә коктейль әҙерләп эскәндә, организм токсиндарҙан таҙарына, көс-хәл инә.
Эсемлек әҙерләү өсөн беҙгә ике алма, бер ҡыяр, бер лимон, ике һабаҡ сельдерей, 1/3 сынаяҡ мүк еләге, ике сөгөлдөр, баш бармаҡ дәүмәле имбир тамыры кәрәк буласаҡ. Уларҙың һуттарын һығып, бергә ҡушып ҡулланыу организм өсөн бик файҙалы.
Коктейлде көн һайын берәр стаканлап 10 - 30 көн ҡулланырға.
Ниндәйҙер ингредиентҡа аллергия булһа, йә сир арҡаһында ярамаһа, уны ҡушмайынса ла яһарға була.
Фото: kalkulyator-kaloriy.ru