ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
2 Ноябрь 2022, 17:18

Телеңде йоторлоҡ!

Еңел генә әҙерләнгән туҡлыҡлы ризыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ.

Телеңде йоторлоҡ!Телеңде йоторлоҡ!
Телеңде йоторлоҡ!
Был ризыҡты әҙерләү өсөн кәрәк: бер тауыҡтың түш ите, 150 грамм сыр, ике помидор, ике картуф, бер баш һуған, ике ҡалаҡ майонез, биҙәү өсөн зәйтүн емеше.
 
Тауыҡ итен ит турағыс аша йәки блендер ярҙамында ваҡлап, майлы табаға һалып ҡыҙҙырабыҙ. Өҫтөнә ярымбалдаҡлап ҡырҡылған помидор теҙәбеҙ, саҡ ҡына майонез һылайбыҙ. Артабан ярым балдаҡлап туралған һуған һәм бешкән картуфты ҡырғыс аша үткәреп һалабыҙ. Тағы майонез яғабыҙ. Ит өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы һалабыҙ ҙа, табаны ҡапҡас менән ябып, 10 минут самаһы талғын ғына утта тотабыҙ. Өҫтөн зәйтүн емеше менән биҙәп бирергә мөмкин.
 
Фото: pp-day.ru
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас