ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
1 Ноябрь 2022, 11:34

Балан ҡайнатмаһы

Тәмле, файҙалы һәм оригиналь десерт. Уны көнөнә бер ҡалаҡ ҡына ашап, иммунитетты нығытырға мөмкин.

Балан ҡайнатмаһыБалан ҡайнатмаһы
Балан ҡайнатмаһы

Ингредиенттар:
-Балан - 1 кг
-шәкәр - 1,3 кг
-һыу- 300 мл

🔸 Ҡайнап торған һыуҙа баланды 5 мин. тоторға
🔸Шәкәр һәм һыуҙан сироп әҙерләйбеҙ, уны баланға һалабыҙ һәм 12 сәғәткә ҡалдырабыҙ.
🔸Шул ваҡыттан һуң баланды ҡаты булмаған утҡа ҡуябыҙ, ҡайнатып сығарабыҙ
🔸Ярты сәғәт самаһы, масса ҡуйырғансы, күбектәрен алып ҡайнатабыҙ
🔸 Әҙер ҡайнатманы стерилилләнгән банкаларға һалабыҙ һәм һалҡынса температурала һаҡлайбыҙ.

Сәйегеҙ тәмле булһын!

Автор:Гульгина Тагирова.
 
Фото:spmguild.ru
Автор:
Читайте нас