

Бөтнөк үләне, хуш еҫле тәмле сәй булыу менән бер рәттән, хәлде еңеләйтеү, ауыртыуҙы баҫыу, тынысландырыу, сафландырыу кеүек үҙенсәлектәргә эйә. Кем уны йыйып ҡалған, ҡыш буйы рәхәтләнеп төрлө осраҡтарҙа файҙалана ала.
Мәҫәлән, көйәләнеү сәбәпле эс бора башлаһа, бөтнөклө эҫе сәй, йә булмаһа. уға өҫтәп лимон һалынған йылы һыу эсергә була. Эс мускулдары йомшарып, ауыртыныу баҫыла төшә.
Бөтнөк көслө антибактериаль үҙенсәлеккә эйә. Инфекциялы һәм бәшмәк ауырыуҙары "һөжүм иткән" ваҡытта уны рационға даими индерергә кәрәк.
Бөтнөктә ментол бар. Ул тынысландырыусы, сафландырыусы көскә эйә. Кис талған аяҡтарҙы бөтнөк үләне бешекләнгән һыуҙа тотҡанда, бар арыу һыпырып алғандай юҡҡа сыға, тынысландыра. Йоҡоға китә алмай ыҙалаһағыҙ ҙа, бөтнөклө сәй ярҙамға килер.
Баш ауыртҡанда ла уның сәйен йәки йылы һыуын эсеү һиҙелерлек еңеллек килтерә.
Танау тонғанда бөтнөктө ҡайнар һыуҙа бешереп ингаляция эшләргә мөмкин. Уның ментоллы боҫо ныҡ ярҙам итә.
Тынысландырыусы көсө булғанлыҡтан, стресс кисергәндә, күңелде хәүефле тойғолар кимергәндә лә уның сәйен эсеү ыңғай тәьҫир итә.
Йәшелсә салатына яңы тәм бирергә теләгәндә, ҡурҡмайынса бөтнөктө һалырға мөмкин.
Һауыттарҙа боҙ туңдырғанда бөтнөк япрағы ла ҡушып ебәрегеҙ. Кәрәк саҡта уға ҡайнар һыу ҡойоп ҡулланырға була.
Бөтнөк үләне - бит өсөн яҡшы тоник. Һауытҡа һалҡын һыу ҡойоп бөтнөк япрағын ваҡлайбыҙ ҙа бер сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Ошо һыу менән битте йыуабыҙ - тире сафланып, кәйеф күтәрелеп китер.
Балаҫҡа сода һәм кипкән бөтнөк япрағын ваҡлап һибергә лә бер сәғәттән саң һурҙырғыс ярҙамында таҙалап алырға - өй сафланып, пакланып китер, кәйефкә лә ыңғай йоғонто яһар.
Төрлө кипкән сәскәне, бөтнөк япрағын да ҡушып, матур һауыттарҙа өйҙөң төрлө мөйөштәренә ҡуйығыҙ - һауа сафлана, хуш еҫтәр тарала.
Баҡсала йә ихатала бөтнөк үләне үҫһә, сысҡан-ҡомаҡтар булмай.
Фото: craftlog.com