Әҙерләү өсөн 250 грамм аҡ май йәки маргарин, 50 грамм һөт, ярты стакан шәкәр, ¼ сәй ҡалағы тоҙ, ике йомортҡа, ике стакан он алабыҙ.
Тәүҙә бер аш ҡалағы шәкәргә, һөт, тоҙ, йомортҡа ҡушып туғыйбыҙ. Аҡ майҙы иретеп ҡушабыҙ. Он һалып, ҡамыр баҫабыҙ. Артабан ҡамырҙы йәйеп, дүрткә бөкләйбеҙ. Бер нисә мәртәбә шулай эшләйбеҙ ҙә һыуытҡысҡа 40 минутҡа ҡуябыҙ. Ҡатҡан ҡамырҙы бер нисә өлөшкә бүлеп, шәкәр һибеп, бер-береһенә ҡатлайбыҙ ҙа көлсәләр эшләйбеҙ.
Оҙонораҡ яҡтарын уртаһына ике сантиметрҙай тишектәр ҡалдырып бөкләйбеҙ. Тағы ла шәкәр һибеп, ҡамырҙы һалып, бер-ике киҫәккә бүләбеҙ. Шунан мейесте 220 градусҡаса йылытып, форманы майлап, 15 минутҡа ҡуябыҙ. Бешеп сыҡҡас та мейестән алырға кәрәк. Шәкәре ағып сыҡмаҫ элек.
"Ҡолаҡсындар" әҙер. Сәйегеҙ тәмле булһын!