ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
20 Октябрь 2022, 15:43

Ҡан баҫымы күтәрелһә...

Янда тейешле дарыу булмағанда нимә эшләргә була?

Ҡан баҫымы күтәрелһә...Ҡан баҫымы күтәрелһә...
Ҡан баҫымы күтәрелһә...

Ҡан баҫымы юғары күтәрелеп, янда тейешле дарыу булмағанда нимә эшләргә була?

Бындай осраҡта хәлде еңеләйтеү өсөн бер нисә алымды ҡулланырға мөмкин.

1. Массаж. Талғын йомшаҡ хәрәкәттәр ярҙамында муйынды, елкәне һыйпарға.

2. Аш һеркәһенән япма. Ике сепрәкте алма йәки аш һеркәһендә манып, табандарға ябырға һәм 5-7 минут тоторға. 20-30 минуттан ҡан баҫымын үлсәп ҡарағыҙ. Хәл яҡшырмаһа, ошо ысулды тағы ҡабатлағыҙ.

3. Мүк еләге һуты. 100 миллилитр һутты шул уҡ күләмдәге бал менән ҡушып яҡшылап болғатырға. Эсемлекте көнөнә өс тапҡыр балғалаҡлап ҡына ҡулланырға. Был дауа бигерәк тә хроник гипертониялы кешеләргә һөҙөмтәле. Ашҡаҙан менән бәйле сирлеләргә мүк еләген һаҡлыҡ менән ҡулланырға кәңәш ителә. 

4. Акупунктур нөктәләргә баҫым. Һуҡ бармаҡтарҙы ҡолаҡ артындағы соҡорҙарҙан алып умрау һөйәгенә (ключица) тиклем һыйпап төшөргә. Ныҡ баҫым яһарға ярамай. Һәр яҡты 8-10 тапҡыр һыйпарға. Һөҙөмтәне белер өсөн алдан да, аҙағынан да ҡан баҫымын үлсәгеҙ.

Юғары ҡан баҫымы менән, әлбиттә, бик һаҡ булыу һәм мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итеү, кәңәшләшеү зарур.

 

 

Фото:windowman.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас