ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
16 Октябрь 2022, 03:32

Дөрөҫ йоҡлайһыңмы?

Йоҡлағанда нисек ятыу сәләмәтлеккә ҙур йоғонто яһай. Арҡағыҙ, башығыҙ ауыртамы, үҙәк көйөүҙән йонсойһоғоҙмо? Йоҡлағанда ятыу рәүешен үҙгәртегеҙ! Түбәндәге мәҡәләлә һүҙ ошо турала булыр. Ғалимдар билдәләүенсә, кеше ғүмеренең уртаса 25 йылын йоҡлап үткәрә. Йоҡо организм өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә – нервы системаһы тыныслана, туҡымалар йәшәрә, яңыра һәм башҡалар.

Дөрөҫ йоҡлайһыңмы?Дөрөҫ йоҡлайһыңмы?
Дөрөҫ йоҡлайһыңмы?
Йоҡлағанда нисек ятыу сәләмәтлеккә ҙур йоғонто яһай. Арҡағыҙ, башығыҙ ауыртамы, үҙәк көйөүҙән йонсойһоғоҙмо? Йоҡлағанда ятыу рәүешен үҙгәртегеҙ! Түбәндәге мәҡәләлә һүҙ ошо турала булыр. Ғалимдар билдәләүенсә, кеше ғүмеренең уртаса 25 йылын йоҡлап үткәрә. Йоҡо организм өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә – нервы системаһы тыныслана, туҡымалар йәшәрә, яңыра һ.б.
 

Кешенең баш мейеһе көн буйы туплаған файҙалы мәғлүмәтте һаҡлап ҡалырға, эшкәртергә тырыша, шуға күрә күпме йоҡлау түгел, ә нисек ятып йоҡлау ҙа мөһим. Әлбиттә, хроник сир арҡа­һында йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндәр бар. Был осраҡта инде тәғәйен позала ятыу ғына ярҙам итмәйәсәк, дауаланырға кәрәк. Ә бына ятыу рәүешен үҙгәртеп, ауыртыу-һыҙ­ланыуҙы баҫырға мөмкин. Беҙ ете йоҡо позаһынан торған исемлек төҙөнөк. Улар теге йәки был ағзаларҙың һаулығы өсөн яуап бирә.
 
Арҡа ауыртҡанда
Табиптар арҡа һыҙлағанда үтә йомшаҡ та, саманан тыш ҡаты ла булмаған түшәктә салҡан ятырға кәңәш итә. Тубыҡ аҫтына – мендәр, бил аҫтына төрөлгән ҙур булмаған таҫтамал һалырға була.
 
Иңбаш һыҙлағанда
Аяҡты бер аҙ бөкләп, ауыртҡан яҡҡа ятып йоҡларға. Шулай уҡ өҫтәмә мендәрҙе ҡосаҡлап ятырға, йәки уны аяҡ араһына һалырға мөмкин.
 
Баш ауыртҡанда
Ятыу рәүеше хәлегеҙҙе еңеләйтеүе лә, киреһенсә, насарайтыуы ла ихтимал. Ғәҙәттә, кеше йоҡлағанда муйынын кинәт борғолай, мускулдар тартыла, ҡыҫыла. Табиптар йоҡлағанда башты борғоламау өсөн уның тирә-яғына мендәр һалырға кәңәш итә.
 
Ҡан баҫымы күтәрел­гәндә
Йөҙтүбән ятырға кәрәк. Табиптар тәжрибә үткәргән һәм ошо рәүешле ятҡанда ҡан баҫымының түбәнәйеүен асыҡлаған.
 
Аш һеңдереү ағзалары ауыртҡанда
Һул яҡ ҡабырғала ятып йоҡларға кәңәш ителә, сөнки тап шулай ятҡанда ашҡа­ҙандың яҡшыраҡ эшләүе билдәле.
 
Үҙәк көйгәндә
Ашҡаҙан ауыртҡандағы кәңәш – һул яҡ ҡабырғала ятып йоҡлау еңеллек килтерер.
 
Муйын ауыртҡанда
Һыҙланыуҙан ҡотолоу өсөн иң ҡулай алым – муйын аҫтына таҫтамал төрөп һалыу. Шылып китмәһен өсөн уны мендәр тышының эсенә һалырға мөмкин.
 
Йоҡоғоҙ тәрән, һаулығығыҙ ныҡлы булһын!
 
 
фото һәм сығанаҡ:"Башҡортостан" гәзите.
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас