

Сағыу ҡояш кеүек бер емеш бар. Ул – төрлө витаминға бай лимон.
Был емештең составы бик үҙенсәлекле. Уның күп өлөшөн лимон, алма органик кислоталары тәшкил итә, шулай уҡ пектин матдәләр, шәкәр, каротин, фитонцидтар; витаминдар – тиамин, рибофлавин, аскорбин кислотаһы, рутин, флавоноидтар, галактурон кислотаһы, сесквитерпендар, гесперидин, эриоцитрин, эридиктиол бар. Ә емештең орлоҡтары майға һәм әсе матдә булған лимонинға бай. Ҡабығында иһә гликозид һәм цитронин күпләп йыйылған.
Ошо тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән емештең файҙаһы баһалап бөткөһөҙ ҙур. Уны гиповитаминоз, авитаминоз, ашҡаҙан ауырыуҙары, матдәләр алмашыныуының боҙолоуы, ревматизм, атеросклероз, цинга, ангина, юғары ҡан баҫымынан интеккәндәргә ашарға тәҡдим итәләр.
Көнсығыш медицинаһында лимон ярҙамында яраларҙы һәм үпкә ауырыуҙарын дауалағандар. XI быуатта Ибн Синна лимонды йөрәк сирҙәренән, һары ауырыуынан, йөклө саҡта ашарға кәңәш иткән.
Матурлыҡ өсөн дә кәрәк был емеш: лимон һыуы менән бит тиреһен һөрткәндә, тире йомшара һәм ағара, һипкелдәрҙе лә лимон һөртөп бөтөрәләр. Емештең һуты тырнаҡтарҙы нығыта. Лимон ҡабығын, балда бешереп, аш һеңдереүҙе яҡшыртҡанда ҡулланғандар.