ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
14 Октябрь 2022, 15:44

Андыҙ барҙа ат үлмәҫ...

Бигерәк тә үҫемлектең тамыры файҙалы – унда 45 процентҡа тиклем биологик әүҙем матдә – инулин тупланған.

Андыҙ барҙа ат үлмәҫ...Андыҙ барҙа ат үлмәҫ...
Андыҙ барҙа ат үлмәҫ...

Ул ирлек ҡеүәтен нығытыусы, йөрәкте һаҡлаусы, иммунитетты, тонусты, дөйөм кәйефте күтәреүсе булып иҫәпләнгән, ә сәскәһенән төнәтмә алкоголизм билдәләренә ҡаршы көрәшеүҙә бик һөҙөмтәле, тигән фекер ҙә киң таралған.

Бигерәк тә үҫемлектең тамыры файҙалы – унда 45 процентҡа тиклем биологик әүҙем матдә – инулин тупланған. Ул ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яйға һалырға ярҙам итә. Шуның өсөн эс ҡатыуҙан яфалан­ған­дарға уның төнәтмәһе бик килешә. Бынан тыш, был матдә эсәктә файҙалы микробтар үрсеүенә булышлыҡ итә. Тағы ла ул кальций менән магнийҙың үҙләштерелеүен көсәйтә, был үҙ сиратында һөйәктәрҙе һәм мускулдарҙы нығыта, эсәктәрҙән холестеринды йыуып сығара тигән һүҙ.

Андыҙҙа төрлө ыҫмала, күп төрлө эфир майҙары, алколоидтар, аскорбин һәм токоферол витаминдары бар. Шунлыҡтан ул һыуыҡ үткәреп йүткергәндә, үпкәне лайланан таҙартыу өсөн, төрлө бактериялар, елһенеүҙәргә ҡаршы уңышлы ҡулланыла ала. Матдәләр алмашыныуын көйгә һалыр, аппетитты күтәрер, ашҡаҙан-эсәк патологияһын, төрлө яраларҙы дауалар өсөн дә андыҙ тамыры – яҡшы сара.

Дауаланыу өсөн төнәтмәне төрлөсә яһарға була. Әлегә шуларҙың береһен генә яҙабыҙ: мәҫәлән, һыуыҡ үткәндә бер ҡалаҡ кипкән тамырға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт ҡайнатырға. Һөҙгәс, стакан тулырлыҡ итеп тағы ҡайнар һыу өҫтәргә. Төнәтмәне тәүлек әйләнәһенә ҡулланырға: бер ҡалаҡтан башлап стакандың дүрттән бер өлөшөнә тиклем ашарҙан ярты сәғәт алдан эсергә кәрәк. Ошоноң менән тамаҡты сайҡатырға ла, ингаляция һәм компресс эшләргә лә була. Тәм өсөн бал өҫтәргә мөмкин.

Көслө дауалау сараһы булғанлыҡтан, йөрәк сирлеләргә, ауырлы, бала имеҙгән ҡатындарға, ашҡаҙанда әселек юғары, ҡан баҫымы түбән, үҫемлеккә аллергия булғандарға андыҙ менән дауаланырға ярамай!

РЕЦЕПТ

Һыуыҡ үткәндә бер ҡалаҡ кипкән тамырға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт ҡайнатырға. Һөҙгәс, стакан тулырлыҡ итеп тағы ҡайнар һыу өҫтәргә. Төнәтмәне тәүлек әйләнәһенә ҡулланырға: бер ҡалаҡтан башлап стакандың дүрттән бер өлөшөнә тиклем ашарҙан ярты сәғәт алдан эсергә кәрәк. Ошоноң менән тамаҡты сайҡатырға ла, ингаляция һәм компресс эшләргә лә була. Тәм өсөн бал өҫтәргә мөмкин.

 

Автор:Әҡлимә Ғиззәтуллина

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас