"3 стакан" алма бәлешен бешереү өсөн 1 стакан манный ярмаһы, 1 стакан он, 1 стакан шәкәр, 1.5 балғалаҡ разрыхлитель, 5 уртаса ҙурлыҡтағы алма, 3-5 аш ҡалағы лимон һуты, 1 стакан һөт кәрәк була.
Башта бәлештең булған ҡоро ингридиенттарын ҡушып болғатып алабыҙ. Улар эсенә манный ярмаһы, он, шәкәр, pазpыхлитель инә. Шулай уҡ бер семтем тоҙ өҫтәргә лә була. Уныһы тәменә ҡарап.
Алманы эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Шулай уҡ үткәргәс тә лимон һутын өҫтөнә һибеп барығыҙ. Юғиһә ҡарайып ҡуйыуы ихтимал.
Бәлеш бешереү өсөн әҙерләп ҡуйған форманы маргарин йәки аҡ май менән майлайбыҙ. унан тигеҙ генә итеп ҡоро ҡамырҙың бер өлөшөн ҡоябыҙ. Унан алманы теҙеп һалабыҙ. Аҙаҡ йәнә ҡоро ҡамырҙы һалабыҙ. Уны ике йәки өс ҡатлы итеп теҙһәң дә була.
Бәлеш әҙер. Хәҙер инде уны духовкаға ултыртыр алдынан өҫтөнә ипләп кенә ҡайнар һөттө ҡоябыҙ. Сәнске йәки бысаҡ менән тишкеләп тә алырға була. Һөт төбөнә тиклем үтеп инһен өсөн.
Әҙер бәлеште 180 градуслы духовкала 50 минут бешерәбеҙ. Ябай булмаған бәлеш шул тиклем тәмле килеп сыға.
Шулай уҡ һөт урынына ҡырғыстан үткәрелгән майҙы теҙеп һалырға ла була. Шулай уҡ тәмле килеп сыға.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!