

Һалҡын алдырып, йүтәл башланғанда дарыуханаға йүгерер алдынан ошо сараны ҡулланып ҡарағыҙ.
Кәбеҫтәнең тышҡы япрағын бер-ике минут ҡайнар һыуҙа бешекләп алғас (өҙөлөрлөк булмаһын), уға бал һылайбыҙ ҙа түш тирәһенә ябабыҙ. Ныҡ йүтәлләгәндә арҡа яғынан да һалалар.
Япраҡ шыумаҫлыҡ итеп тышҡы яғынан урап бәйләргә йә булмаһа тәнгә һылашып торған футболка кейергә кәрәк. Түҙемлегегеҙ етһә, япманы таңға тиклем тотоғоҙ.
Билдәле булыуынса, кәбеҫтә шеште һура, ауыртыныуҙы баҫа, елһенеү процесын туҡтатырға булышлыҡ итә. Ә бал, төрлө микроэлементтарға һәм витаминдарға бай продукт булараҡ, күҙәнәктәрҙе лә туйындыра, һауыҡтыра, шулай уҡ тирене ҡыҙҙырып, ҡан әйләнешен яҡшырта, ауыртыуҙы баҫа.
Тик иҫкәрмәләрҙе иғтибарға алыу мөһим: япманы йөрәк тәңгәленә ҡуйырға ярамай, шулай уҡ балға аллергия булғандарға ла был дауаланыу ысулы тыйыла.
Фото:vsepropebenka.ru