Ял табынығыҙҙы ниҙәр биҙәй, дуҫтар? Ошондай тәмле ризыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ түңәрәк, күңелегеҙ көр булһын!
Ярты стакан кефирға өс сәй ҡалағы ҡәһүә, ике йомортҡа, бер стакан шәкәр һалып туғыйбыҙ һәм 100 грамм аҡ май, бер стакан он, бер ҡап йомшартҡыс йәки лимон һутында һүндерелгән сода һалып, һәйбәтләп бутайбыҙ.
Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, ярты сәғәт тирәһе бешерәбеҙ.