Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
3 Октябрь 2022, 09:21

Ҡаҙ майы ныҡ файҙалы

Бронхитты, арҡа, мускулдар ауыртыуын, быуындар һыҙлауын дауалау өсөн, шулай уҡ бешеренгәндә ҡаҙ майын нисек файҙаланалар?  

Ҡаҙ майы ныҡ файҙалы
Ҡаҙ майы ныҡ файҙалы

Тиҙҙән ауылдарҙа ғаҙ өмәләре башлана. Түшкәләр бешер, яңы мендәрҙәр эшләнер. Ә бына ҡаҙҙың майының да ныҡ шифалы икәнен беләһегеҙме?

Унда РР, Е, Д, В төркөмѳ витаминдары, бик күп файҙалы кислота, цинк, магний, селен һәм башҡа минералдар бар. Был май тулыһынса тәбиғи, холестерины юҡ.

Ҡаҙ майы кислотаһы организмдың һыу балансын яйға һала, майҙарҙың һәм уның аналогтарынан торған органик матдәләрҙең организмға тиҙерәк үтеп инеүен арттыра. Ә был үҙ сиратында косметик сараларҙың тән тиреһенә тиҙ һеңеүенә килтерә, яраларҙың төҙәлеүенә ярҙам итә. Ҡаҙ майы соста­вындағы селен матдәләр алмашыныуын көйләй, аҡһымдарҙы, углеводтарҙы, йодты үҙләштереүгә булышлыҡ ҡыла. Е витамины иһә иммун системаһын нығыта, коллагенды синтезлай, күҙәнәктәрҙе зарарланыуҙан һаҡлай.

Ҡаҙ майы тәбиғи дауалау продукты булып һанала. Тиҙ үҙләштерелеүе, йылытыу үҙен­сәлегенә эйә булыуы, күҙәнәктәрҙе яңыртыуы, организмдың һаҡлау көсөн арттырыуы, файҙалы матдәләрҙең тирегә тиҙерәк үтеп инеүен тәьмин итеүе арҡаһында ул халыҡ медицинаһында киң ҡулланыла, күп ауы­рыуҙарҙан яҡшы сара булып тора.

Дөрөҫ һаҡланған ҡаҙ майы ярҙамында бронхиттан ҡотолоп була. Оҙаҡҡа һуҙылған йүтәлде бөтөрөү өсөн уны ҡырғыстан үткә­релгән һуған менән бутап, ашар алдынан бер аш ҡалағы ҡабул итергә. Ошо уҡ ҡат­нашманы төнгөлөккә күкрәк өлөшөнә һөртөргә лә мөмкин. Һөҙөмтәһе өс көндән үк күренәсәк.

Арҡа ауыртҡанда уны ҡаҙ майы менән мунсала ышҡыу ярҙам итә. Процедуранан һуң йылы урында төрөнөп ятырға кәрәк. Бер нисә сеанстан ревматизм үтергә тейеш.

Мускулдарҙағы ауыртыуҙар борсомаһын өсөн тәнгә май, бал һәм спирт төнәтмәһе менән массаж яһайҙар.

Быуындар һыҙлағанда ҡырғыстан үткә­релгән керән тамыры, картуф һәм ҡаҙ майына (тигеҙ күләмдә алына) бер сәй ҡалағы бал ҡушып, ауыртҡан урынға һөртөргә һәм ике сәғәт тоторға. Дауалау курсы – 7-10 көн.

Шулай уҡ ҡаҙ майын оҫта хужабикәләр бешеренеү өсөн дә ҡуллана. Бәлеш өсөн, шулай уҡ сөсө ҡамыр баҫҡанда, уны ҡалаҡ осо менән генә һалып ебәреү ҙә ҡамырҙы йомшарта. Бөйөрөк бешергән шыйыҡ майға ла аҙ ғына уны ҡушыу зыян итмәҫ.

Ҡаҙ майын дауаланыу сараһы итеп ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшлә­шергә онотмағыҙ, был дауаның барыһына ла килешмәүен хәтерҙән сығармағыҙ.

Фото: glav-dacha.ru

Автор:Карима Усманова.
Автор:
Читайте нас: