Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
21 Сентябрь 2022, 10:48

Төндә аяғың тартышамы?

..

Төндә аяғың тартышамы?
Төндә аяғың тартышамы?

Бындай осраҡта уны дауалау юлы бар. Тасҡа 3 литр йылы һыу ҡойоп, унда һабынды төшөрөп иретергә кәрәк. Һыу ап-аҡ булғансы уны болғап тоторға. Һуңынан бер аш ҡалағы аш содаһы һәм тоҙ төшөрөргә, 10 тамсы йод тамыҙырға. Артабан...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Бындай осраҡта уны дауалау юлы бар. Тасҡа 3 литр йылы һыу ҡойоп, унда һабынды төшөрөп иретергә кәрәк. Һыу ап-аҡ булғансы уны болғап тоторға. Һуңынан бер аш ҡалағы аш содаһы һәм тоҙ төшөрөргә, 10 тамсы йод тамыҙырға. Артабан үҙегеҙ түҙеп ултырырлыҡ итеп һыуҙы эҫетергә. Аяҡтарҙы 15 минутҡа ғына һыуға тығырға, артығы ярамай! Һуңынан аяҡтарҙы ҡоротоп, йылыға урарға кәрәк.

Был һыуҙы өс тапҡыр ҡулланырға мөмкин, ләкин уға йодты ҡайтанан өҫтәргә. Артабан уны яңыртыу мотлаҡ. Дауалау курсы - көн һайын, 10-14 көн дауамында. Әгәр ҙә кемдеңдер ҡан тамырҙары менән проблема бар икән, һыуҙы йылымыс ҡына итергә.

Ҡулланыр алдынан мотлаҡ врач менән кәңэәшләшергә!

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

 
 
Автор:Лилия Такаева
Автор:
Читайте нас: