Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
20 Сентябрь 2022, 09:48

Шифалы эсемлектәр

Сәләмәт булайым тиһәгеҙ...

Шифалы эсемлектәр
Шифалы эсемлектәр

Имбир менән лимондан һут. 1 бал ҡалағы ваҡланған имбирҙың тамырына бер стакан йылы һыу ҡой һәм, ябып, ярты сәғәткә ҡалдыр. Аҙаҡ һөҙөп ал һәм ике лимон киҫәгенән һут һыҡ. Бал да ҡушып ебәрергә була. Һутты тәүлегенә өс тапҡыр эсергә.

Гөльемеш менән цикорий. 1 аш ҡалағы ваҡланған гөльемеш емеше менән 1 бал ҡалағы цикорийға 250 миллилитр ҡайнар һыу ҡой һәм 5 минутҡа ҡалдыр. Шунан һуң һөҙөп, теләк буйынса йә шәкәр, йә бал ҡушып эсергә лә була.

Алтын һөт. Бер стакан һөткә 1 бал ҡалағы куркума һал һәм ҡайнат. Ҡайнағас, ябып, 3 минут тирәһе көт. Эсемлеккә бал һалырға ла була.

Ҡабаҡ менән лимондан һут. Ваҡланған 300 грамм ҡабаҡты 1,5 һыуға һалып бешер. Шунан уны блендер ярҙамында иҙ һәм лимон һуты, бал менән ҡушып болғат.

 

Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

 

Сығанаҡ: "Шоңҡар" журналы.

Автор:
Читайте нас: