Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
19 Сентябрь 2022, 14:10

Йәшелсәне туңдырып һаҡлау уңайлы

-

Йәшелсәне туңдырып һаҡлау уңайлы
Йәшелсәне туңдырып һаҡлау уңайлы

Хәҙер күп кенә ризыҡ пластик һауытта һатыла: ҡаймаҡ, эремсек, май булһынмы, төрлө турама тиһеңме. Яңыраҡ бер танышым: “Пластик һауыт, ҡап менән сүп-сар биҙрәһе тула ла ҡуя”, – тип һөйләп торғайны. Бына шуларға “икенсе ғүмер бирергә”, йәғни бик уңайлы ҡулланырға була. Мин, мәҫәлән, ҡоротто самалап тигеҙ өлөштәргә бүлеп, ҡаймаҡ йә эремсектән ҡалған пластик һауыттарҙа һаҡлайым. Кәрәк сағында туңдырғыстан берәүһен генә сығараһың да, иретеп ҡулланаһың.

Бындай һауыттар йәшелсә, емеш һаҡлау өсөн дә уңайлы. Сөгөлдөрҙө бешереп тә, сей килеш тә ҡырғыстан үткәреп туңдырам. Кишерҙе сей килеш йә шаҡмаҡлап, йә һаламлап турап әҙерләйем. Ҡышҡыһын борщ, былау йәки башҡа төрлө ризыҡ әҙерләгәндә ҡушып ебәреүгә бик йәтеш. Көҙгөһөн салат эшләп, тоҙлап арыһам, хатта помидорҙы ла туңдырам. Балалар пицца ярата, уны бешергәндә туңған помидор бик тә ярап ҡала. Сығарыу менән бер минутҡа эҫе һыуға тығып алһаң, тышы шунда уҡ һыҙырылып төшә. Помидорҙы ит үткәргес аша үткәреп, бәләкәй пластик ше­шәләргә ҡойоп та туңдырам. Бындай шыйыҡ варианты ит, балыҡ, макарон кеүек ризыҡтарҙы әҙер­ләгәндә тәмләткес булараҡ ҡулланыуға ярап ҡала. 
Ғөмүмән, йәшелсә-емештең ҡай­һыһын булһа ла туңдырырға мөмкин. Белгестәр фекеренсә, ризыҡты туңдырып һаҡлау – файҙалы матдәләрҙе, витамин­дарҙы юғалтмауҙың иң отошло ысулы.
Бына тағы нимәләрҙе туңдырам һәм уларҙы нисек файҙаланам.
✔ Алманы турап, шыптыр ҡап­тарға бүлеп һалам. Туң емеште табала бер аҙ ҡыҙҙырып, һыуын киптереп, аҙ ғына шәкәр өҫтәһәң, бәлеш өсөн тәмле эслек килеп сыға. Бәшмәкте лә шулай һаҡлайым.
✔ Борсаҡты йәшел сағында йыйып туңдырам. Ҡыҙҙырылған, иҙелгән картуф, макарон ризыҡтары янына ҡушып бирһәң, файҙалы ла, матур ҙа.
✔ Татлы боросто таҙалап, бер-береһенә кейҙереп һалһаң, туңдырғыста урынды аҙыраҡ ала.
✔ Ҡамырҙы артығыраҡ баҫһам, уны ла туңдырғысҡа оҙатам. Кәрәк сағында сығарып иретһәң, бик тә ярап ҡала. Туңған әсе ҡамырҙы бүлмә температураһында мотлаҡ бер тапҡыр булһа ла ҡабартып алырға кәрәк, шул саҡта ул яңы баҫылғанынан айырылмай тиерлек.
✔ Бешкән ит ҡалһа, уны ла шулай һаҡлайым. Йыйылып китһә, иретеп, ит үткәргес аша тарттырып, картуф йә дөгө ҡушып, бәлеш бешерәм.
✔ Ҡабаҡты таҙалап, шаҡмаҡ­лап турап һалам. Тиҙ генә манты, бәлеш бешереү өсөн бик ҡулай. Әммә уны иретмәйем, сөнки былйырап, формаһын юғалта.
✔ Йәшел тәмләткестәрҙән ук­роп, петрушканы турап туңдырам. Уларҙы киптереп һаҡларға ла мөмкин. Ә бына йәшел һуғанды туңдырмайым, сөнки, төҫөн үҙгәртеү сәбәпле, ғаилә ағзалары уны яратмай.
✔ Бер тапҡыр иреткән емеш-еләкте, йәшелсәне ҡабат туң­дырырға ярамай, тәме лә, төҫө лә юғала.
Бына шулай, теләк булғанда, һәр нәмәне һаҡсыл ҡулланырға, күпселек ризыҡты, витаминдарын, файҙалы матдәләрен юҡҡа сығармайынса, туңдырып һаҡларға мөмкин.

Фирүзә Сыңғыҙова.

Автор:Артур Хасанов
Автор:
Читайте нас: