Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
16 Сентябрь 2022, 10:52

Картуфты нисек һаҡларға?

Баҙҙың күпселек өлөшөн, әлбиттә, икенсе икмәк булған картуф ала. Уйлап ҡараһаң, был йәшелсәне һаҡлауҙың бер ауырлығы юҡ кеүек. Шулай ҙа күптәр картуфтың тиҙ шытыуына, йомшарыуына зарлана бит...  

Картуфты нисек һаҡларға?
Картуфты нисек һаҡларға?

Баҙҙың күпселек өлөшөн, әлбиттә, икенсе икмәк булған картуф ала. Уйлап ҡараһаң, был йәшелсәне һаҡлауҙың бер ауырлығы юҡ кеүек. Шулай ҙа күптәр картуфтың тиҙ шытыуына, йомшарыуына зарлана бит.

Ҡышҡылыҡҡа һаҡланасаҡ картуфтың сорты иртә өлгөргән булмаһын. Бындай картуф та тәмле. Тик ноябрь етеү менән улар шыта башлай. Картуфты баҙға төшөрөр алдынан уны яҡшылап киптерегеҙ, сереген, йәшел төҫкә инә башлағанын, көрәк тейеп ҡалғанын айырып алығыҙ. Был йәшелсәне тишектәр уйылған йәшниктәргә һалып һаҡлау яҡшыраҡ булыр. Тик күптәрҙең ундай мөмкинселеге юҡ. Шуға күрә картуфты таратып һалып һаҡлайбыҙ. Бындай осраҡта картуфты ҡоро бысҡы вағы менән аралаштырып һалығыҙ. Улар картуфтың артыҡ дымын үҙенә һеңдерәсәк. Һаҡланасаҡ уңышығыҙға кипкән миләш япраҡтарын да ҡушып һалыу отошло буласаҡ. Сөнки был япраҡтар зарарлы микробтарҙы үлтерә, тимәк, картуфты сереүҙән һаҡлаясаҡ.

Ҡайһы берәүҙәр картуфты башҡа йәшелсәләр менән бергә аралаштырып һаҡлай. Был дөрөҫ түгел. Картуф сөгөлдөр менән генә яҡшы “күрше” буласаҡ. Сөгөлдөрҙө картуфтың өҫтөнә һалырға кәрәк. Сөнки ул картуфтың артыҡ дымын үҙенә тартасаҡ, ә сөгөлдәргә оҙаҡ һаҡланыр өсөн дым кәрәк.

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова.
 
Автор:
Читайте нас: