

Тибет монахтары организмды һәм ҡан тамырҙарын шлактарҙан таҙартыу өсөн төрлө-төрлө ярмалар: тары, һоло, ҡарабойҙай, арпа ҡулланалар. Был ысулдың асылы шунда: ун көн буйы кеше әлеге ярмаларҙан һыуҙа һәм тоҙһоҙ итеп бешерелгән бутҡа ашап торорға тейеш. Бутҡанан башҡа бер ни ҙә ашарға ярамай.
Һәр бер порцияны 25-50 тапҡыр сәйнәргә. Уның ҡарауы, күп хәрәкәтләнергә, саф һауала булырға кәрәк. Тартырға, иҫерткес эсемлектәр эсергә ярамай. Был ысулды теүәл башҡарғанда бауыр, үт ҡыуығы, ашҡаҙан аҫты биҙе таҙара, баш сафлана, яҡшыраҡ эшләй башлай, биттең төҫө үҙгәрә, матурлана, кәйеф күтәрелә, кешегә көс керә.
Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.