Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
16 Сентябрь 2022, 16:32

Ҡарбуз һаҡлау

Беҙ яратып ашаған ҡарбуздың ғүмере бик һанаулы. Ә күптәр был тәмлекәсте Яңы йыл табынында күрергә хыяллана. Әйҙәгеҙ, байрам табынына ҡарбуз һаҡларға өйрәнәйек...

Ҡарбуз һаҡлау
Ҡарбуз һаҡлау

Бының өсөн ҡарбуздың 4-5 кг артмағанын һайлап алығыҙ. Уның тышында бер ниндәй ҙә боҙолған, сыйылған, йәмшәйгән урыны булмаҫҡа тейеш. Туп кеүек шып-шыма, матур ҡарбуз булһын. Һуң өлгөргән сорттарҙы һайлағыҙ, уларҙың ҡабығы ҡалын була. Ҡарбузды ҡараңғы, яҡшы елләтелгән, һалҡынса урында (+5,+8) һаҡларға кәрәк. Уны элеп тә һаҡларға була. Икенсе ысул – һалам араһында һаҡлау. Бының өсөн баҙҙағы кәштәләргә һалам түшәйбеҙ һәм ҡарбуздарҙы уларҙың араһына күмеп ҡуябыҙ. Йорт йәки фатир эсендә һаҡлау өсөн йәшниктәргә ҡоро ҡом һалабыҙ һәм ҡарбузды һабағы менән аҫҡа һалабыҙ. Өҫтөнә лә тулыһынса ҡом һалабыҙ. Әгәр бер нисә ҡарбузды һаҡларға уйлаһағыҙ, улар бер-береһенә төкөмәй ятырға тейеш. Әйткәндәй, ҡомдо тулыһынса иген алмаштыра ала. Шәхси хужалыҡтарҙа йәшәгән кешеләр өсөн, тимәк, ҡарбузды һаҡлауы бик еңел. Бының өсөн уны иген араһына һалып ҡуйырға ғына кәрәк.

Ҡарбузды һалҡын һыу, балсыҡ, парафин эсендә һаҡлаған кешеләр ҙә бар. Һәр кем үҙенә оҡшаған ысулды һаҡлап, Яңы йыл табынын ҡарбуз менән төрлөләндерә ала.

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова.
 
Фото:kartinkin.net
Автор:
Читайте нас: