Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
15 Сентябрь 2022, 10:28

Хужабикә өсөн - файҙалы кәңәштәр

Аш бүлмәһендә тырнаҡ буяуы ни өсөн кәрәк? Һарымһаҡты ҡырғанда ҡул яраланмаһын өсөн ни эшләргә? Ниндәй осраҡта һеркәне ҡайнатыу ярҙам итә?

Хужабикә өсөн - файҙалы кәңәштәр
Хужабикә өсөн - файҙалы кәңәштәр

* Плитәләге тутты ҡайнар үҫемлек майы менән ышҡып бөтөрөп була.

* Өҫтәлдәге клеенка ябыуы ҡырҡылһа, шул урынға ике яҡтан да төҫһөҙ лак (тырнаҡ буяуы) һөртөгөҙ - зарарланған урын беленмәҫ тә.

* Яңы өҫтәл клеенка ябыуын һөт һәм уксус ҡатнашмаһы менән (тигеҙ күләмдә алына) һөртөп алыу уны ярылыуҙан һәм тиҙ уңыуҙан һаҡлай.

* Сырҙы ҡырыр алдынан ҡырғысты үҫемлек майы менән ышҡығыҙ - сыр уҡмашмай еңел ҡырылыр.

* Ҡырғысты наждак ҡағыҙы менән ышҡып алғанда, ул үткерләнеп китә.

* Һарымһаҡты ҡырған ваҡытта ҡулды яраламаҫ өсөн ҡырғыс өҫтөнә целлофан һалырға мөмкин. Ошолай иткәндә һарымһаҡ ҡырғыстың тишектәрендә юғалып ҡалмау өсөн дә яҡшы буласаҡ.

* Аш бүлмәһендә насар еҫ сыҡһа, табаға һеркә ҡойоп, һүрән утта ҡайнатырға ҡуйығыҙ. Ул осоп бөткәнсе тотоғоҙ һәм еҫтән бер ни ҡалмаҫ.

* Плитәләге майлы тапты тоҙ ярҙамында бөтөрөргә мөмкин. Бының өсөн эҫе плитәгә тоҙ һалып, ҡағыҙ менән ышҡығыҙ. Ә кипкән тапты тәүҙә аш содаһы менән ышҡып, аҙағынан нишатыр спирты менән һөртөп, уңышлы таҙартып була.

Фото: ftimes.ru

Сығанаҡ: "Родник здоровья" сайты.

Автор:Аклима Гизатуллина
Автор:
Читайте нас: