Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
13 Сентябрь 2022, 14:59

Петунияларҙы ҡышҡа ҡалдырабыҙ

Киләһе йылда ла петуния рассадаһын ҡабатан ултыртып интекмәҫ өсөн, уның быйылғыһын алып ҡалырға мөмкин. Бының бик шәп ике ысулы бар. 

Петунияларҙы ҡышҡа ҡалдырабыҙ
Петунияларҙы ҡышҡа ҡалдырабыҙ

Киләһе йылда ла петуния рассадаһын ҡабатан ултыртып интекмәҫ өсөн, уның быйылғыһын алып ҡалырға мөмкин. Бының бик шәп ике ысулы бар. Мөһим иҫкәртмә: петунияны һалҡынды яратмай, шунлыҡтан был эште оҙаҡҡа һуҙмағыҙ.

Үҙегеҙгә оҡшаған, киләһе йылда ла үҫтерергә теләгән петунияны тамыры менән ҡаҙып алып, өйҙә лә ҡышлатырға мөмкин. Бының өсөн 2,5-3 литрлы биҙрә һәм тупраҡ әҙерләгеҙ. Гөлдө бер аҙ тупрағы менән алып, шунда уҡ биҙрәгә ултыртығыҙ. Һауыт төбөнә дренаж һалып ҡалдырығыҙ. Оҙон тармаҡтарын 10-15 см ҡалдырып ҡырҡығыҙ. Йәй көнө айырым һауытта үҫкәдәрҙе күсереп ултыртырға кәрәкмәй. Бары тик һабаҡтарын ғына ҡыҫҡартығыҙ. Яңы йыл алдынан тупраҡ өҫтөн алмаштырырға мөмкин.

Петунияны баҙға төшөрөп ҡуймағыҙ, уларға яҡтылыҡ һәм һалҡынса урын кәрәк. Ара-тирә һыу һибеп тороғоҙ. Ҡышҡыһын һыуҙы айына 2-3 тапҡыр ғына һибергә кәрәк. Һауа ҡоро булмаһын. Ашламалар менән туҡландырып тороғоҙ.

Айырыуса оҡшаған петунияларҙың тамырландырып та яҙға ҡәҙәр һаҡларға мөмкин. Бының өсөн үҫемлектең көслө ботаҡтарын 10-12 см ҡырын итеп ҡырҡып алығыҙ, аҫтағы япраҡтарын өҙөп ташлағыҙ. Урталағыларын яртылаш киҫегеҙ. Был дымды һаҡлау өсөн булышлыҡ итәсәк. Өҫтәге япраҡтарға теймәгеҙ. Һуңынан уны дымлы тупраҡҡа батырабыҙ. Өҫтөн ябырға онотмағыҙ, парланып торорға тейеш.

Көн дә уны асып, елләтеп торорға онотмағыҙ. Ике аҙнанан тамырлана башлаясаҡ. Уларҙы рассада һымаҡ итеп үҫтерергә мөмкин.

Автор:Лилия Такаева.

Фото:onprofi.ru

Автор:
Читайте нас: