Бының өсөн өс килограмм сөгөлдөр, берәр килограмм кишер, башлы һуған, татлы борос, помидор, бер стакан шәкәр ҡомо, өс аш ҡалағы тоҙ, бер стакан үҫемлек майы, 125 миллилитр туғыҙ процентлы аш һеркәһе кәрәк. Һанап үтелгән аҙыҡ-түлектән яҡынса 12 ярты литрлыҡ тәмлекәс сыға.
Шулай итеп эшкә тотондоҡ. Бар йәшелсәләрҙе йыуып, таҙартып ҡуябыҙ. Һуғанды яртылаш йә дүрткә бүлеп, ярым балдаҡлап турайбыҙ. Сөгөлдөр менән кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Боросто һалам кеүек оҙонсалап турайбыҙ. Помидорҙы ярым түңәрәк итеп ҡырҡып сығабыҙ. Тоҙ, шәкәр, аш һеркәһе һәм майҙы ҡушып, һүрән генә утҡа ултыртып ҡайнатырға ҡуябыҙ. Һыуы сығыу менән утты көсәйтәбеҙ ҙә йәнә 25 минут бешерәбеҙ. Стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡасын нығытып ҡуябыҙ.
Ә ҡыш еткәс, еңел генә итеп борщ бешерәсәкбеҙ. Нисекме? Әҙер банканы һурпаға һалып бутайһың да бына тигән тәмле аш ашайһың.