ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
6 Сентябрь 2022, 16:15

Салат-ассорти эшләнегеҙме?

Баҡсанан мул уңыш йыйған хужабикәләргә ярҙам ниәтендә ябай ғына салат-ассорти рецебын тәҡдим итәбеҙ.

Салат-ассорти эшләнегеҙме?Салат-ассорти эшләнегеҙме?
Салат-ассорти эшләнегеҙме?

Баҡсанан мул уңыш йыйған хужабикәләрҙең әле ҡышҡа ихлас әҙерләнгән мәле. Уларға ярҙам ниәтендә ябай ғына салат-ассорти рецебын тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!

Ике кило помидор (йәшелдәре лә бара), бер кило башлы һуған, 1,5 кило болгар боросо, бер кило кишер, 1,5 кило ҡыяр, 100 грамм тоҙ, 300 грамм үҫемлек майы алына.

Йәшелсәләрҙең барыһын да турап, яҡшылап болғатып, ике сәғәт һалҡынса урынға ҡуйып торабыҙ, һуты сыҡҡас, талғын утта 40-45 минут бешерәбеҙ. Үҫемлек майы ҡойоп 15 минут тотҡас, банкаларға тултырып стерилләргә кәрәк.

 

Фото: rutxt.ru

сығанаҡ:"Башҡортостан" гәзите.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас