

Быны мин йыл да эшләйем. Бигерәк тә Яңы йылда байрам өҫтәлен йәмләй. Бындай тәмлекәсте балаларым бигерәк тә ярата.
Бының өсөн ҡарбузды орлоҡтарынан таҙартабыҙ, тышын ҡырҡып ташлайбыҙ. Стерилләнгән банкаларға 3 теш һарымһаҡ, бер нисә түңәрәк ҡара борсаҡ, 2 таблетка аспирин (былар 1,5 литр банкаға, әгәр 3 литрлыҡ икән - 3 таблетка һәм 6 теш һарымһаҡ) һалабыҙ. Уның өҫтөнә ваҡлап туралған ҡарбуздарҙы теҙеп сығабыҙ. Тоҙлама әҙерләйбеҙ. Уның өсөн 1 литр һыуға 1 аш ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр алып, ҡайнатып сығарабыҙ. Тоҙлама ҡоғас, стерилләнгән крышкаларҙы ябып борабыҙ ҙа банканы әйләндереп ҡуябыҙ.
Әйткәндәй, аспирин урынына һеркә ҡулланырға мөмкин.
Автор:Лилия Такаева.