Уны организмға витамин етмәгәндә, бөйөрҙә таш булғанда, гипертония, цистит ваҡытында ҡулланалар. Бешкән ҡара миләш ҡан ағыуҙы туҡтата, эсте йомшарта, һейҙек ҡыуыу үҙенсәлегенә эйә. Кипкән емешен дизентерия ваҡытында ҡулланырға кәңәш итәләр.
Ҡара миләште орлоҡтан һәм вегетатив юл менән үрсетәләр. Төрлө ауырыуҙарға һәм ҡоротҡостарға ҡаршы тороуға һәләтле, юғары уңыш биреүсән, иҡтисади яҡтан файҙалы культура емешенән ҡайнатма, һут, компот, шарап әҙерләйҙәр. Шулай уҡ аҙыҡ-түлек, витаминдар етештереү өсөн киң файҙаланыла.
Ҡара миләш һалҡындар төшкәс кенә шәкәрләнә, сифаты яҡшыра.