ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
5 Сентябрь 2022, 10:20

Картуф менән кишер һуты ашҡаҙанды дауалай

Ҡасан эсергә? Күпме эсергә? Нисә көн эсергә?

Картуф менән кишер һуты ашҡаҙанды дауалайКартуф менән кишер һуты ашҡаҙанды дауалай
Картуф менән кишер һуты ашҡаҙанды дауалай

Панкреатитты, ашҡаҙан аҫты биҙен дауалағанда картуф йыш ҡулланыла. Был йәшелсә яра бөтәштереү, елһенеүгә ҡаршы тороу, ауыртыныуҙы баҫыу үҙенсәлегенә эйә. Файҙалы үҙенсәлеге ҡалһын тигән маҡсатты күҙаллағанда, уны тәмләткестәр һалмай һыуҙа йәки боҫта бешерергә кәрәк.

Картуф һуты ныҡ файҙалы, ул ашҡаҙан-эсәк юлына йомшаҡ тәьҫир итә, аш һеңдереү ферменттарының артыҡ бүленеп сығыуына (ул күп булһа ла насар) ҡаршы тора.

Йыш ҡына картуф һутын кишер һуты ҡушып ҡулланалар. Улар икеһе бергә эсәк сирҙәрен дауалай.

Нисек әҙерләргә? Өс ҙур ғына картуфты һәм бер-ике кишерҙе таҙартып, һутын һығып алабыҙ. Һутты ас ҡарынға, ашарҙан 30-40 минут алдан 3-4 ҡалаҡ эсергә лә ятып торорға кәңәш ителә. Ете көн дауаланғас, ете көн - тәнәфес. Шулай өс курс ҡабатлағанда ыңғай һөҙөмтәһе күренә.

Дауаланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! Медицина сикләүҙәре бар.

Фото:dieta-prosto.ru

 

Автор:Аклима Гизатуллина.
Автор:
Читайте нас