ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
1 Сентябрь 2022, 16:26

Нисек хәлүә әҙерләргә?

Бының өсөн ике-өс стакан көнбағыш, 1,5-2 стакан шәкәр, 1,5-2 стакан он, ярты стакан һыу, ярты стакан көнбағыш майы кәрәк.

Нисек хәлүә әҙерләргә?Нисек хәлүә әҙерләргә?
Нисек хәлүә әҙерләргә?

Бының өсөн ике-өс стакан көнбағыш, 1.5-2 стакан шәкәр, 1.5-2 стакан он, ярты стакан һыу, 1/2 стакан көнбағыш майы кәрәк.

Әҙерләү: көнбағышты тышы менән ҡәһүә онтағыста паста хәленә еткергәнсе ваҡлайбыҙ. Ит турағыста ла эшләргә мөмкин.

Сироп әҙерләйбеҙ. Уның өсөн шәкәргә һыу ҡойоп ҡайнатабыҙ. Болғап торабыҙ, өҫтөн алабыҙ. Уттан алғас, май өҫтәйбеҙ. Артабан ваҡланған көнбағышҡа он өҫтәп һәйбәтләп болғатабыҙ.

Ҡатнашманы тағы ла ит турағыс аша үткәрергә мөмкин. Хәлүәбеҙ ҡабарып торһон өсөн, пастаға сиропты ҡушып, формалы һауытҡа һалабыҙ ҙа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

Тәмле булһын!

Фото: mosoblgaz60.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас