ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
28 Август 2022, 03:51

Ҡышҡа - маринадланған слива

Ял көнөндә ҡышҡа әҙерлек менән мәж килгән баҡсасы-хужабикәләргә ошондай рецепт тәҡдим итәбеҙ. Уңышығыҙ мул, табындарығыҙ түңәрәк булһын!

Ҡышҡа - маринадланған сливаҠышҡа - маринадланған слива
Ҡышҡа - маринадланған слива
Ярты килограмм слива, бер аш ҡалағы үҫемлек майы, биш сәй ҡалағы шәкәр, өс сәй ҡалағы тоҙ, өс сәй ҡалағы һеркә, алты ҡәнәфер, ике лавр япрағы кәрәк.
 
Башта сливаларҙы йыуып, бер нисә урындан тишәбеҙ. Стерилләнгән банкаларға емештәрҙе тултырабыҙ ҙа, ҡайнаған һыу ҡойоп, ҡапҡасын ябып, биш минут ултыртып торабыҙ. Унан һуң барыһының һыуын бер ҙур һауытҡа бушатып, тоҙ, шәкәр, һеркә һалып ҡайнатабыҙ. Банкала ҡалған сливаларға тәмләткестәр өҫтәйбеҙ. Ҡайнаған шыйыҡсаны емештәрҙең өҫтөнә ҡоябыҙ. Һәр банкаға берәр аш ҡалағы үҫемлек майы өҫтәп, тимер ҡапҡас менән һәйбәтләп ябып, йылы одеял менән урайбыҙ.
 
Ризығығыҙ тәмле булһын!
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас