

Һабын киҫәктәрен ҡырабыҙ йә булмаһа туҡмас таяғы менән иҙәбеҙ. Тәүҙә ҙур кәстрүлдә һыу ҡайнатып алабыҙ. Утты һүндермәйенсә шуның эсендәге икенсе һауытта һабын вағына ҡайнар һыу ҡатнаштырып иретәбеҙ. Һабын ныҡлап иҙелеп бөтмәһә, ҡалаҡ менән ваҡларға йә һөҙөргә мөмкин. Уға составында спирт булған төнәтмә, мәҫәлән, пәйғәмбәр тырнағы төнәтмәһе, глицерин, берәй төрлө эфир майы йә лимон кислотаһы онтағы, теләк буйынса төҫ биреү өсөн аҙыҡ буяғыс өҫтәйбеҙ. Глицерин - массаны беректерер өсөн мөһим компонент. Барыһын бергә яҡшылап бутайбыҙ. Әҙерәк һыуынғанын көтөп, һабынды дозаторлы флаконға ҡоябыҙ. Ул - ҡулды ғына түгел, һауыт-һабаны ла йыуыу өсөн дә яҡшы сара.
Кәрәк була:
һабын ҡалдығы - 50 грамм
һыу - бер литр
Пәйғәмбәр тырнағы (календулла) настойкаһы - ике ҡалаҡ
эфир майы - 2-3 тамсы
глицерин - 4 ҡалаҡ
аҙыҡ буяғыс сама менән.
Фото:liveinternet.ru