Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
25 Август 2022, 09:18

Күҙҙәр яҡшы күрһен өсөн

Халыҡ медицинаһы менән дауалаусылар алоэның күреү һәләтен яҡшыртыуын да белдерә...

Күҙҙәр яҡшы күрһен өсөн
Күҙҙәр яҡшы күрһен өсөн

Алоэны төрлө ауырыуҙарҙан ҡулланалар. Был гөлдә күҙҙәр өсөн дә бар витаминдар бар. Халыҡ медицинаһы менән дауалаусылар алоэның күреү һәләтен яҡшыртыуын да белдерә. Бының өсөн беҙгә 100 г – алоэ, 500 г – грек сәтләүеге, 3-4 – лимон, 300 г бал кәрәк була. Лимондарҙың һутын һығып алығыҙ. Унан башҡа ингредиенттар менән ҡушып, блендерҙа әҙер масса булғансы әйләндереп алығыҙ.

Көнөнә өс мәртәбә, ашар алдынан, берәр аш ҡалағы ашайбыҙ. Өс айҙан күреү һәләте яҡшырыуын тойорһоғоҙ, ти халыҡ табиптары. Быны күҙҙәрҙең күреү һәләтен профилактикалау өсөн дә эшләргә була икән.

 

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова.
Автор:
Читайте нас