ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
25 Август 2022, 04:11

Ит һәм бәшмәк менән фаршланған ҡабаҡ

-

Ит һәм бәшмәк менән фаршланған ҡабаҡИт һәм бәшмәк менән фаршланған ҡабаҡ
Ит һәм бәшмәк менән фаршланған ҡабаҡ

Уртаса ҙурлыҡтағы 1 ҡабаҡ,1 кг картуф, 500 гр   бәшмәк, 3 башлы һуған, 500 гр ит, 2 кишер, үҫемлек майы алына.

Ҡабаҡты яҡшылап йыуырға һәм өҫтөн ҡапҡас итеп ҡырҡып алабыҙ, орлоҡтарын таҙартырға. Итте, бәшмәкте, һуған менән кишерҙе шаҡмаҡлап турап, көнбағыш майында ҡыҙҙырырға. Һуңынан ҡабаҡ эсенә уны  туралған картуф менән аралаштырып һалып, ҡапҡасын ябып бешерергә ҡуябыҙ. Тултырылған ҡабаҡты 160-180 градус эҫелектәге мейестә 2-3 сәғәт бешерергә кәрәк.

 

Фото:bh-food.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина.
Автор:
Читайте нас