ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
22 Август 2022, 14:08

Ҡышҡылыҡҡа аджика әҙерләп ҡуйығыҙ

Аджика өсөн 3 килограмм помидор, 1 килограмм татлы борос, ярты килограмм кишер, 150 грамм әсе борос, 150 грамм һарымһаҡ, 200 миллилитр үҫемлек майы, ике аш ҡалағы әсе ҡыҙыл борос, бер аш ҡалағы ҡара борос, бер аш ҡалағы кипкән петрушка, ике-өс аш ҡалағы тоҙ кәрәк.

Ҡышҡылыҡҡа аджика әҙерләп ҡуйығыҙҠышҡылыҡҡа аджика әҙерләп ҡуйығыҙ
Ҡышҡылыҡҡа аджика әҙерләп ҡуйығыҙ

Быйыл йәшелсә-емеш уңды. Уңған хужабикәләр, ҡышҡылыҡҡа әскелтем ризыҡтың тағы бер рецебын яҙып алығыҙ.

Аджика өсөн өс килограмм помидор, бер килограмм татлы борос, ярты килограмм кишер, 150 грамм әсе борос, 150 грамм һарымһаҡ, 200 миллилитр үҫемлек майы, ике аш ҡалағы әсе ҡыҙыл борос, бер аш ҡалағы ҡара борос, бер аш ҡалағы кипкән петрушка, ике-өс аш ҡалағы тоҙ кәрәк.

Йәшелсәләрҙе ит турағыс аша үткәрәбеҙ йәки блендер менән ваҡлайбыҙ. Ҙур һауытҡа һалып, тоҙ, үҫемлек майы өҫтәп ярты сәғәт ҡайнатабыҙ. Шунан ҡыҙыл, ҡара борос, киптерелгән петрушка өҫтәп, тағы ла биш минут ҡайнатабыҙ. Стерилләнгән банкаларға һалып ябып, һыуынғансы йылы әйбер меенән ҡаплайбыҙ.

Фото: cook-dream.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас