ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
22 Август 2022, 06:06

Балан - бик файҙалы емештәрҙең береһе

Уның составында С витамины күп, лимонға ҡарағанда 1,5 тапкырға күберәк, ти белгестәр.

Балан - бик файҙалы емештәрҙең береһеБалан - бик файҙалы емештәрҙең береһе
Балан - бик файҙалы емештәрҙең береһе

Балан - бик файҙалы емештәрҙең береһе һанала. Уның составында С витамины күп, лимонға ҡарағанда 1,5 тапкырға күберәк, ти белгестәр. Балан шулай уҡ тимер, селен, йод, каротин, фосфорға бай.
Уны йөрәк, ҡан тамырҙары киңәйгәндә, гипертония, ашҡаҙан, бауыр, үт сирҙәре булғанда ҡулланалар.
Тамаҡ ауыртҡанда, киҙеү тейгәндә, экзема менән яфаланғанда ла баландың ярҙамы ҙур. Уның ҡайнатмаһы тән температураһын төшөрә, тәндәге яралы урындарҙы тиҙ төҙәтергә ярҙам итә.
Йөрәк ауырыуҙарынан ярты стакан баланға һыу ҡойоп, 4-5 сәғәткә ябып ҡуйып, һыуынғас төнәтмәне 3-4 тапкыр эсергә кәрәк.
Балан һыуы һипкел, һытҡыларҙы ла бөтөрә. 1:1 нисбәтендә йылы ҡаймаҡ ҡушырға ћәм биткә 10-15 минутҡа һыларға кәрәк. Һуңынан йылымыс һыу менән йыуып, еңелсә массаж яһарға кәңәш ителә.

 

Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы" журналы.

Автор:
Читайте нас