

- Баклажан - 4 шт.
- Ҡыҙыл болғар борос - 4 шт.
- Һуған - 2 шт.
- Кишер - 2 шт.
- Помидор - 3 шт.
- Һарымһаҡ - 3-4 тырнаҡ
- Тоҙ, борос - тәменсә
- Шәкәр - 1 с.ҡ.
- Көнбағыш майы - 100 мл.
Әҙерләү:
1. Ҡаҙанда һуғанды һары төҫкә кергәнсе ҡыҙҙырырға.
2. Артынан кишер, болғар боросон һалып тағы 3 минут ҡыҙҙырабыҙ.
3. Баклажандан өҫтәйбеҙ, сок бүлеп сышарһын өсөн тоҙ һалабыҙ. 5 минут ҡыҙҙырабыҙ.
4. Помидорҙы ҡырғыҙ аша ҡырабыҙ, тышы ҡулдан тороп ҡалырға тейеш.
5. Ҡырҡылған помидорҙы ҡазанға өҫтәйбеҙ ҙә икраға ҡайнап сығырғабирәбеҙ. Шунан үтте әкренәйтеп ҡапҡасы ябабыҙ, 40 минут талғын ғына итеп бутай-бутай бешерәбеҙ.
6. Шәкәр, тоҙ, борос, иҙелгән һарымһаҡ өҫтәйбеҙ. Добавить сахар, соль, душистый перец и раздавленный через пресс чеснок. Бутайбыҙ ҙа ҡапҡасын ябып тағы 10 минут бешерәбеҙ.
7. Әҙер икраны стерилле банкаларға эҫе килеш ябып ҡуйырға ла була, йә ябыҡ һауытта һыуытҡыста һаҡларға ла була.
Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.