

Дөрөҫ туҡланыуҙың сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһауы бер кемгә лә сер түгел. Көньяҡ емеше булған анарҙы (гранатты) үҙенә хас тәме өсөн генә түгел, шифалы булғаны өсөн дә яратып ашайбыҙ. Беҙҙең дәүергә тиклем үк табиптар уны медицинала дауалау сараһы булараҡ файҙаланған. Мәҫәлән, Гиппократ ашҡаҙан сирҙәре менән йонсоғандарға анар һутын эсергә кәңәш иткән. Шуныһы үҙенсәлекле: был татлы емештә кеше организмы өсөн тәүлегенә кәрәкле С витаминының 40 проценты бар.
Емештең һуты ла, ағасының сәскәһе лә, тамырҙары ла бик шифалы. Анарҙың тимергә бай булыуы сәбәпле, бөгөн дә табиптар уны аҙ ҡанлылыҡтан интеккәндәргә ашарға тәҡдим итә, сөнки был емеш ҡандағы гемоглобинды күпкә арттыра. Шулай итеп, анемия менән интегеүселәргә ике ай дауамында һыу менән ҡушылған гранат һутын (ашар алдынан 30 минут ҡала) көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсеү ярҙам итә. Өҫтәүенә уның составында эритроцитты ғына түгел, лейкоцитты ла барлыҡҡа килтергән фолий кислотаһы бар. Дизентерия, сальмонеллез, тиф, холера, аппендицит кеүек ауырыуҙарҙан да был емештең файҙаһы ҙур, тип белдерә белгестәр. Анарҙың ҡабығындағы танин матдәһе дизентерия ваҡытында, тән бешкәндә, яраланғанда тирене бөтәштереү һәм зарарлы микробтарға ҡаршы көрәшеү өсөн отошло. Стоматит, фарингит, сей яра һәм тире һыҙырылғанда ла уны яра бөтәштерер өсөн ҡулланалар: тамаҡты һәм ауыҙ эсен гранат ҡабығы ҡайнатылған һыу йәки гранат һуты менән сайҡаталар.
Гранат төштәрендә булған майҙар организмда гормональ балансты тергеҙә. Шуға күрә уларҙы баш ауыртҡанда һәм айырыуса ҡатын-ҡыҙҙарға ашарға кәңәш ителә.
Анар емеше – диабет менән ауырығандарға кәрәк булған ризыҡтарҙың береһе. Ашар алдынан көнөнә дүрт тапҡыр берәр балғалаҡ йотоп ҡуйған гранат һуты ҡандағы шәкәр миҡдарын ярайһы уҡ кәметә.
Гранат төштәре гипертониктар өсөн файҙалы тип белдерә белгестәр: емеш артериаль ҡан баҫымын төшөрөүгә булышлыҡ итә. Ә бына аҙ ғына ҡыҙҙырып төйөлгән һәм һыйыр йәки зәйтүн майы ҡушылған гранат ҡабығы – бит тиреһе майлы булғандарға бик шәп сара.
Радиоактив изотоптар менән эшләгәндәр йәки радиация юғары булған зонала йәшәгәндәрҙең барыһының да рационында алмаштырғыһыҙ гранат һуты булып тора икән.
Өлгөргән гранат ҡабығында организмдағы төрлө паразиттарға көслө йоғонто яһаған пельтьерин, изопельтьерин һәм метилизопельтьерин алкалоидтары бар. Бының өсөн 40–50 грамм ваҡланған ҡабыҡты 400 грамм һалҡын һыуҙа алты сәғәт тоторға һәм шыйыҡлыҡтың яртыһы ҡайнап бөткәнсе әкрен утта ҡайнатырға кәрәк, һыуынғандан һуң бер сәғәт дауамында бәләкәй йотомдар менән эсеп бөтөрөргә, тип кәңәш итә белгестәр.
Һәр нәмәлә сама кәрәк, тигәндәй, анарҙы ашағанда ла был хаҡта оноторға ярамай, табип менән кәңәшләшһәгеҙ ҙә зыян булмаҫ.
Автор:Айһылыу НИЗАМОВА