ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
20 Август 2022, 03:34

Баҡсаларығыҙҙа ҡыяр уңдымы?

Улайһа, әйҙәгеҙ уны кишер япрағы һалып ҡышҡылыҡҡа әҙерләйек! Бик тәмле килеп сыға.

Баҡсаларығыҙҙа ҡыяр уңдымы?Баҡсаларығыҙҙа ҡыяр уңдымы?
Баҡсаларығыҙҙа ҡыяр уңдымы?

Әле баҡсаларҙа емеш-еләктең, йәшелсәләрҙең иң өлгөргән сағы. Уңған хужабикәләр уларҙы йыйып, ҡышҡылыҡҡа төрлөсә әҙерләп тә ҡуйғандыр. Әммә беҙ тәҡдим иткән рецепт менән ҡыярҙы күптәр тоҙлап бармай. Юҡҡа, бик тәмле килеп сыға! Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә тәүәкәлләгеҙ әле!

Рассол өсөн кәрәк була:
7 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 2 аш ҡалағы тоҙ, 1 аш ҡалағы аш һеркәһе.
Стерилләштерелгән 3 литрлы банканың төбөн күмгәнсе кишер һабағы һалабыҙ. Шунан баш-баштарын киҫеп ҡыярҙарҙы тултырабыҙ. Өҫтөнә ҡайнап сыҡҡан һыу һалып 30 минут тотабыҙ. Һыуҙы кире бушатып, рассол эшләп кире банкаға һалабыҙ.
Ошо уҡ ысул менән помидор ҙа тоҙларға була.

Фото һәм текст сығанағы: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас