ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
19 Август 2022, 15:05

Күгүлән дә, бәпкә үләне лә, тиҙәр

Беҙгә уны йыйып киптереү ҡамасауламаҫ ине, сөнки үләндең дауалау үҙенсәлектәре бик күп  

Күгүлән дә, бәпкә үләне лә, тиҙәрКүгүлән дә, бәпкә үләне лә, тиҙәр
Күгүлән дә, бәпкә үләне лә, тиҙәр

Күгүлән, йәки бәпкә үләне, һәр ихатала үҫә, өҫтөнән тапап йөрөлә. Йорт ҡош-ҡортона, ҡырағайҙарына ла, алмаштырғыһыҙ туҡлыҡлы аҙыҡ булып тора ул.

Беҙгә лә уны йыйып киптереү ҡамасауламаҫ ине, сөнки үләндең дауалау үҙенсәлектәре бик күп. Дөйөмләштереп әйткәндә, ҡан туҡтатыусы, яраларҙы бөтәштереүсе, вирустарға ҡаршы тороусы, аппетитты яҡшыртыусы, туберкулезды дауалаусы сара булараҡ билдәле ул элек-электән. Дауаланыу маҡсатында үләндең япрағын һәм һабағын ҡулланалар. Уны ҡоро көндә йыйып, ҡояш нуры төшмәгән асыҡ һауала киптерәләр.

Бәпкә үләнендә биологик актив компонентттар - флавоноидтар, кумарин, дубиль матдәләр - бар. Бынан тыш, С, К витаминдары, кремний кислотаһы, тимер, магний, цинк күп тупланған.

Күгүләндең төнәтмәһе йәки ҡайнатмаһы урологик сирҙәрҙе, диарея, дизентирия сәбәпле ашҡаҙан-эсәк юлындағы көйһөҙлөктө, үпкә сирҙәрен - бронхит, трахеит, коклюш, бронх астмаһы, туберкулезды - даулағанда һөҙөмтәле.

Гинекологияла - бала тапҡандан, аборт эшләткәндән һуң, күрем күпләп килгәндә ҡан ағышын кәметеү маҡсатында - файҙаланыла. Атеросклероз менән яфаланғанда ҡан тамырын нығытырға, ҡан туҡтатыу өсөн дә ҡулланырға мөмкин. Уны ҡан таҙартыу йыйылмаһына ла өҫтәргә мөмкин. Ул токсиндарҙы, тимәк, артыҡ тоҙҙарҙы ла организмдан сығарыуға булышлыҡ итә.

Ярамаған осрағы ла бар: ауырлы ҡатындарғаға, тромбофлебит булғанда, бөйөр һәм бәүел ҡыуығында елһенеү процесы барғанда, үттәге таш сиренең һуңғы стадияһында, эс ҡаталағанда уны ҡулланыу тыйыла.

15 грамм (өс ҡалаҡ тирәһе) кипкән үләнгә 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 30 минут төнәтергә. Уны көнөнә ике-өс тапҡыр ашар алдынан стакандың өстән бер өлөшөн йәки яртыһын эсергә. Төнәтмәне ҡыуыҡса аша эсеү мөһим, шулай иткәндә теш эмале ҡарайыуҙан һәм боҙолоуҙан һаҡлана. Төнәтмә менән тамаҡ сайҡатырға, тиреләге яраға унан йылы япма яһарға мөмкин. Косметологияла бит таҙартыу өсөн яҡшы сара булып иҫәпләнә.

Нимәнелер дауаланыу маҡсатында ҡулланғанда табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ!

 


Фото:narodnymi.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас