Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
17 Август 2022, 20:59

Ҡышҡылыҡҡа лечо

Бының өсөн 5 килограмм татлы борос, 4 килограмм помидор, 1 стакан шәкәр, 2 аш ҡалағы өйөп тоҙ, 1 стакан үҫемлек майы, 2 аш ҡалағы 9 процентлы һеркә кәрәк.

Ҡышҡылыҡҡа лечо
Ҡышҡылыҡҡа лечо

Әҙерләү:

Помидорҙы ваҡлап турайбыҙ ҙа, ҡайнатабыҙ. Боросто һалам формаһында киҫәбеҙ. Томат соусына шәкәр, тоҙ, май һалып ҡайнатабыҙ ҙа боросто ҡушып һәйбәтләп бутайбыҙ. 15-20 минут болғап ҡайнатабыҙ. Шунан һеркә өҫтәп стирелләнгән банкаларға һалабыҙ. Ярты литрлы 10 банка сыға.

Ашығыҙ тәмле булһын!

 

Фото: mircooking.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: